Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Халыҡ беҙҙең тамашаларға ихлас йөрөй

“Балҡыш” театр берләшмәһе 2011 йылда эшләй башлаған. 2015 йылда “халыҡ татры” исемен яулаған. Репертуарында М. Кәрим, И. Абдуллин әҫәрҙәре бар. Театрҙа ҡатнашыусылар башҡорт театрының тарихын һәм йолаларын, сәхнә оҫталығын да өйрәнә. Республикабыҙҙың күптән эшләп килгән бай тарихлы театрҙары менән сағыштырғанда, “Балҡыш”, әлбиттә, ныҡ йәш, уға әле үҫергә лә үҫергә. Шуға ла һәүәҫкәр артистар һис туҡтамай оҫталыҡ серҙәренә төшөнөүҙе дауам итә, яңы тамашалар әҙерләү өҫтөндә эшләй. Йәш коллектив булһа ла, уңыштары ла бар “балҡыш”тарҙың: 2014 йылда районда үткән театраль конкурста 2-се урын ала, 2015-селә “Аҡ тирмә” республика фестивалендә ҡатнаша, “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады конкурсында лауреат була, 2016 йылда Стәрлетамаҡта һәүәҫкәр театрҙар араһындағы асыҡ ҡала фестивалендә 2-се дәрәжә диплом яулай. Фәғилә Мәғәфүр ҡыҙының мәҙәниәт өлкәһендә эшләүенә 14 йыл, төп вазифаһы – Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йортоноң өлкән мәҙәни ойоштороусыһы. “Балҡыш”та ул асылғандан ҡатнаша ,ә үткән көҙҙән

“Балҡыш” театр берләшмәһе 2011 йылда эшләй башлаған. 2015 йылда “халыҡ татры” исемен яулаған. Репертуарында М. Кәрим, И. Абдуллин әҫәрҙәре бар. Театрҙа ҡатнашыусылар башҡорт театрының тарихын һәм йолаларын, сәхнә оҫталығын да өйрәнә. Республикабыҙҙың күптән эшләп килгән бай тарихлы театрҙары менән сағыштырғанда, “Балҡыш”, әлбиттә, ныҡ йәш, уға әле үҫергә лә үҫергә. Шуға ла һәүәҫкәр артистар һис туҡтамай оҫталыҡ серҙәренә төшөнөүҙе дауам итә, яңы тамашалар әҙерләү өҫтөндә эшләй. Йәш коллектив булһа ла, уңыштары ла бар “балҡыш”тарҙың: 2014 йылда районда үткән театраль конкурста 2-се урын ала, 2015-селә “Аҡ тирмә” республика фестивалендә ҡатнаша, “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады конкурсында лауреат була, 2016 йылда Стәрлетамаҡта һәүәҫкәр театрҙар араһындағы асыҡ ҡала фестивалендә 2-се дәрәжә диплом яулай. Фәғилә Мәғәфүр ҡыҙының мәҙәниәт өлкәһендә эшләүенә 14 йыл, төп вазифаһы – Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йортоноң өлкән мәҙәни ойоштороусыһы. “Балҡыш”та ул асылғандан ҡатнаша ,ә үткән көҙҙән коллективҡа етәкселек итеүҙе лә атҡара. – Бөтә байрамдарҙы ла театрлаштырылған тамаша итеп ойошторабыҙ. “Балҡыш” менән бергә “Аҡ тирмә” өлгөлө башҡорт фольклор коллективыбыҙ әүҙем ҡатнаша. Һабантуйҙарҙа, район, республика кимәлендәге конкурстарҙа башҡорт халыҡ йолаларын күрһәтәбеҙ. Эшемде бик яратам. “Балҡыш”тың һәр ағзаһы эшен ижади ҡомар менән алып бара, шуғалыр ҙа, халыҡ та беҙҙең тамашаларға ихлас йөрөй, – тип һөйөнә ул. Алда ысын балҡыш көтһөн һеҙҙе, “балҡыш”тар! Дуҫтар, ә беҙҙең конкурс дауам итә. Үҙегеҙгә оҡшаған коллектив өсөн тауыш биреп өлгөрөгөҙ! Фотолар: Ф. Шәмсетдинованан.