Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк мәктәбендә махсус хәрби операцияла батарҙарса һәләк булған яугир Александр Рыбальченконың иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙған. "Беҙҙең арала йәшәп, ғәҙәти тормош алып барып, башҡаларҙан айырылмаған кешеләр була. Александр Рыбальченко тап шундайҙарҙан. Әммә Ватаныбыҙҙы һаҡларға кәрәк булғас, ир-егеттәрсә етди ҡарар ҡабул итеп, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Ул ҡыҫҡа, әммә геройҙарса ғүмер юлы үткән. Бөгөн МХО геройы, яҡташыбыҙ Александр Рыбальченконың иҫтәлегенә ҡасандыр ул белем алған Татыр-Үҙәк мәктәбендә таҡтаташ асылды.Тыуған ил өсөн йәнен аямаған батыр тураһында хәтер мәңгелек! Ҡаһарман яугирҙең ата-әсәһенә сабырлыҡ теләйбеҙ, илһөйәр герой тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ", - тип яҙған Рөстәм Динислам улы. Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.