Найти тему
Башҡортостан гәзите

Райондан килгән ҡатын тын быуылыуҙан ныҡ яфалана ине

Йыл һайын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары буйынса Бөтә донъя туберкулез менән көрәш көнө билдәләнә. Был көндөң символы –сәләмәт тын алыуҙы күҙаллаған аҡ сәскә. Туберкулез – планеталағы иң үлемесле инфекцияларҙың береһе, ул ғәҙәттә үпкәне, быуындарҙы, тирене, күҙҙәрҙе, лимфа һәм нервы системаларын зарарлай. Дауаланмағанда сир ныҡ аҙа һәм кешенең үлеме менән тамамлана. Әммә үпкәне зарарлаған, тын алыуҙы ауырлаштырған, тормош сифатына кире йоғонто яһаған хәүефле сирҙәр бының менән генә сикләнмәй. Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының пульмонология бүлексәһе мөдире, медицина фәндәре кандидаты Альберт Марсель улы Мирхәйҙәровҡа тап ошондай сирҙәргә дусар пациенттарҙы ҡабул итергә, теүәл диагноз ҡуйыу өсөн тикшереүҙәр үткәрергә, тейешле дауа билдәләргә тура килә. Туберкулезға шик тыуған пациенттар айырым боксҡа урынлаштырыла һәм медицина тикшереүҙәренән һуң махсус диспансерға оҙатыла. “Ҡайһы саҡта үпкә сирҙәрен асыҡлауы еңел түгел, сөнки уның үҙен плеврит йәки пневмония һымаҡ тотоуы ихтимал, ентекле анализдарҙан һуң ғына аныҡ диагноз билдәләп була. Үпкә – организмдағы тирә-яҡ мөхит менән тығыҙ бәйлелектәге, ундағы һәр үҙгәрешкә айырыуса ныҡ һиҙгерлек күрһәткән берҙән-бер ағза”,– ти табип. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үлем күрһәткестәре буйынса тын алыу сирҙәре йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренән ҡала өсөнсө урынды биләй. Үпкәнең хроник обструктив сире (ХОБЛ) ныҡ таралған һәм дауалауы ҡатмарлы булған мәкерле сир. – Альберт Марсель улы, тын алыуға ҡамасаулаған, туҡтауһыҙ йүтәлләтеп йонсотҡан сирҙең төп сәбәбе ниҙә? – Нигеҙҙә, был хәүефле сир тәмәке тартҡан кешеләрҙә күҙәтелә. Уны дауалауы ла ауыр. Иң яҡшыһы – сирҙе иҫкәртеү, йәғни тәмәкене ҡулға ла алмау. Әгәр эш уҙған, кешенең тыны ҡыҫылып, йүтәлләтеп йонсота икән, сәләмәтлекте яҡшыртыу өсөн табип кәңәштәрен теүәл үтәргә кәрәк. Сирҙең тәмәкеселәрҙә генә түгел, сәнәғәт предприятиеларында зарарлы газ һулаған, етештереү ҡалдыҡтары менән эш иткән хеҙмәткәрҙәрҙә лә күҙәтелеүе мөмкин. Тәмәке төтөнө тын юлына эләккәс, бронхтарҙа, үпкә туҡымаһында, тамырҙарҙа ялҡынһыныу тыуҙыра. Зарарлы матдәләр бүлеп сығарыусы төрлө күҙәнәктәр туплана башлай, һөҙөмтәлә бронхтарҙа күпләп лайла йыйылып, сәсәтә, йүткертә башлай. Тын алыу юлдары тарая, үпкә туҡымаһы һәм ҡан тамырҙары зарарлана, шул арҡала газ алмашыныуы боҙола һәм үпкә организмды кислород менән тәьмин итә алмай башлай. Сиргә хас иң ҡурҡыныс билдә – тын быуылыуы йәки тын ҡурылыуы. – Ни өсөн бөтә тәмәкеселәр ҙә үпкәнең хроник обструктив (ХОБЛ) сиренә дусар булмай? – Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, тәмәке тартҡандарҙың өстән бер өлөшөнән яртыһына тиклеме ошо хәүефле сиргә юлыға (ҡалғандары яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән, аяҡ ҡан тамырҙары тарайыуынан интегә). Ҡасан “отолоуыңды” белеү ҙә, күҙаллау ҙа мөмкин түгел, тик кире эҙемтәһе мотлаҡ буласаҡ. Икенсенән, сир бик мәкерле, табипҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр иткән тын ҡыҫылыуы һуңлап барлыҡҡа килә. Үпкәне юҡҡа сығарыу, зарарлау процесы йылдар буйы дауам итә, тик кеше уның билдәләрен артыҡ тоймай. Тәү тапҡыр тәмәкегә үрелгән үҫмер үҙен илле йәштә нимә көткәнен белмәй, әлбиттә. – Альберт Марсель улы, һуңғы осорҙа балалар араһында быума йүтәл таралыуы хәүефләндерә. Сәбәбе ниҙә тип уйлайһығыҙ? – Эйе, балаларҙы йонсотҡан, ата-әсәләрҙе хәүефләндергән был коклюш сире яҡшы билдәле. Вакцина яһатҡан балалар сирләмәй бит, тимәк, ваҡытында прививка эшләтергә, ревакцинация тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Сир таралыуын булдырмауҙың төп юлы шул – прививка Пневмония сире лә йоғошло, бары пневмококка ҡаршы прививка ғына ҡаты сирҙән аралай, иммунитетты нығыта ала. Йоғошло сирҙәр һинең тәртибеңә лә, кем булыуыңа ла, нимә менән шөғөлләнеүеңә лә ҡарамай. – Ҡайһы саҡта сирҙе асыҡлау өсөн һеҙгә пациенттың тормошо, нимә менән шөғөлләнеүен, ниндәй көндәлек мәшәҡәттәр менән ваҡыт уҙғарыуын да асыҡларға тура килә. Ярҙам итәме бындай тәфсирләп хәл-әхүәлде һорашыуҙар? – Әлбиттә. Бер саҡ тын ҡыҫылыуҙан йонсоған, арып-талсыҡҡан, дауаланыуға өмөт өҙгән пациентты ҡабул иттек. Плеврит, йәғни үпкәһенә шыйыҡлыҡ йыйылған. Һөйләшә торғас, уның күгәрсендәр ҡарау менән мауыҡҡанын белдек. Сирҙең сәбәбе асыҡланды – аллергия. Пациентты артабан дауаланыу өсөн аллергологтарға ебәрҙек. Тағы бер миҫал. Йылайыр районынан килгән ҡатын тын быуылыуҙан ныҡ яфалана. Һораша торғас, был хәлдең көҙгөһөн, ҡаҙ йолҡҡан мәлдә ҡабатланыуын белдек. Сирҙең сәбәбе асыҡланғас, аныҡ диагноз ҡуйылды, аллергологтар ярҙамға килде. Бүлексәлә ҡош-ҡорт тотҡандар ғына түгел, китапханасылар ҙа дауалана. Көн дә китап туҙаны менән осрашҡан ҡатын-ҡыҙҙар йыш ҡына аллергияға дусар була – Һеҙҙең әйтеүегеҙсә, хроник сирҙәр бер ҡайҙа ла китмәй, уның менән ғүмер буйына һыйышып тыныс йәшәргә тура килә. Быума сире лә шулар рәтендәме? – Сирҙе күп факторҙар барлыҡҡа килтерә. Тәбиғәт шарттары ла, экология ла, стрестар ҙа йоғонто яһауы мөмкин. Нәҫелдән килеүсәнлек тә, аллергендарға бирешеү ҙә хас. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен диңгеҙ буйында яҡшыраҡ тоя. Ауыл ерҙәрендә йәшәгәндәр араһында быума һирәгерәк осрай. Бронхтарҙы киңәйтеүсе препараттар ҡабул иткәндә сирҙең еңеләйеүенә өмөт итеү ысынбарлыҡҡа тап килеп бөтмәй. Әммә “стажлы” ауырыуҙар дарыуҙарҙың сир билдәләрен кәметеү менән бергә шешенеүҙәрҙе бөтөрә алмауын, ялҡынһыныу процесын шәбәйтеү ихтималлығын, сирҙе тәрәнәйтеүен яҡшы белә. Был хәлдең “ғәйеплеһе” – зарарлы матдәләр бүлеп сығарыусы эзонофил күҙәнәктәре. Тимәк, быуманы дауалау өсөн бронхтарҙы киңәйтеү генә етмәй, ялҡынһыныу, шешенеү процесына тәьҫир итергә кәрәк. Сирҙе грамоталы дауалағанда, иҫкәртеү сараларын дөрөҫ ҡулланғанда, өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймағанда, уның оҙайлы ваҡыт үҙен һиҙҙермәүе, пациенттың тормошонда, үҙен тотошонда сағылмауы мөмкин. Күпселек осраҡта дарыуҙар эсергә тура киләсәк. – Һеҙ пульмонология өлкәһендә егерме йылдан эшләү дәүерендә мул тәжрибә туплаған белгес. Үпкә сирҙәрен дауалауҙа технологиялар үҙгәреш кисерәме? – Эйе, был тармаҡта ҙур үҙгәрештәр күҙәтелә. Заман талаптарына ярашлы ингаляторҙар, молекуляр кимәлендәге ген-инженерия биопрепараттары, уңайлы технологиялар алмашҡа килде. Прогресс бер урында тормай, киләсәктә технологияларҙың тағы ла нығыраҡ камиллаша барыуына, үпкә сирҙәренән үлем осраҡтарының һиҙелерлек кәмеүенә йоғонто яһаясағына ышанам. Фото:https://vk.com/wall-163597093_1290