Йылғалар ҡапыл боҙҙан әрселә башланы. Бөгөн Белорет районында ла бер нисә йылғала боҙ ҡуҙғалған, шул иҫәптән Ноҡат һәм Инйәр йылғаларында ла. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә һыу баҫыу тураһында 268 хәбәр килгән. Бөгөн, 4 апрелдә, уртаса тәүлек температураһы күтәрелеүе һөҙөмтәһендә ҡар тиҙ ирей башлаған, шулай уҡ бәләкәй дала йылғаларының (Өршәк, Стәрле, Ҡармасан, Сәрмәсән, Үҙән һәм республиканың башҡа бәләкәй дала йылғалары) асылыуы күҙәтелә. 12 йортто, 184 йорт яны участкаһын, 7 автомобиль юлы участкаһын һәм туғыҙ түбән күпер участкаһын һыу баҫыуға бәйле 34 хәл контролгә алынған. Йылғаларҙан һыу баҫыу республиканың көнбайыш, көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ райондарында күҙәтелә. Республикаһы биләмәһендә ташҡынға хәүефле хәлде күҙәтеү һәм контролдә тотоу маҡсатында Баш идаралыҡ тарафынан 150 берәмек янғын-ҡотҡарыу гарнизондарының һәм янғын-ҡотҡарыу частарының оператив төркөмдәре эше ойошторолған, шулай уҡ ике төркөм күләмендә Баш идаралыҡтың пилотһыҙ авиация системалары төркөмө йәлеп ителгән. Фото: скриншот. Видеояҙма: Ватсаптағы "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" төркөмөнән алынды.