Ураҙа тотҡан кеше көндөҙ мунса төшһә, ураҙаһы боҙоламы? Ҡайһы ваҡытта йыуынырға кәрәк? Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, ураҙа мәлендә (көндөҙ) мунса инергә лә, душ төшөргә лә мөмкин. Йыуыныу ураҙаны боҙмай. Әммә мунса эҫе булып, былай ҙа һыуһыҙланған тәнегеҙ тағы нығыраҡ хәлһеҙләнеп, һеҙгә ураҙаны артабан дауам итеү ауырға төшөүе мөмкин - шуны иҫәптә тотоғоҙ. Кис, ауыҙ асыуҙан һуң, мунсаға инеү хәйерлерәктер. Шулай уҡ йыуынғанда һыу йотоуҙан һаҡ булығыҙ. Сәхәбәләр ураҙа мәлендә, эҫе көндәрҙә тәнде һыуындырыу өсөн, ҡай саҡ һыу тултырылған һауытҡа инеп ятыр булған, йә баштары аша һыу ҡойонған. Тимәк, тейешле шарттарҙы үтәгәндә, йыуыныуҙа һис ниндәй ҡурҡыныс юҡ. Иртәгәгә, 5 апрелгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән). Фото: islam.ru