Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юлдар яҡшы булһын өсөн

Башҡортостандың юл системаһы үҫешенә биш йыл эсендә 153 миллиард һум аҡса һалынған. Эш күләме үҫеше темпы йыл һайын 20 процентҡа артҡан. Мәҫәлән, 2019 йылда 8 мең километр автомобиль юлдары һәм 9 мең метр күперҙәр төҙөлгән, ремонтланған, реконструкцияланған. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа белдерҙе. - Өфө үҙенең инфраструктура үҫешендә ныҡлы алға ынтылыш яһаны. Ағиҙел йылғаһы аша уникаль күпер эшләнде, Салауат Юлаев һәм Зәки Вәлиди проспекты киҫелешендә развязка ҡабаттан эшләнде. Быйыл тарихи Арка күпере буйынса, Пугачев һәм Генерал Рыленко урамдарында хәрәкәт асыласаҡ. Көнсығыш сығыу юлында ла хәрәкәт булдырылды - был иһә республика тарихында иң күләмле транспорт проекты, - тине Андрей Назаров. Юлдарҙа хәүефһеҙлекте күтәреү буйынса ла әүҙем эш алып барыла. Биш йыл эсендә автоматик фотовидеотеркәү хәрәкәте комплексы һаны 10 тапҡырға артҡан. Быйыл апрель айына республика юлдарында 1830 ошондай комплекстар эшләй. Һөҙөмтәлә юлдарҙа үлем осраҡтары күрһәткесе кәмендә 30 проценҡа кәмегән. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.