Башҡортостан Республикаһы отчеты сиктәрендә республиканың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең конгресс потенциалын асыу һәм халыҡ-ара экспо-үҙәк проекты буйынса пландар тураһында һөйләне. - Башҡортостандың артабан үҫеше өсөн донъяның конгресс майҙансығы сифатында заманса инфраструктураны булдырыу мөһим. Уның үҙәге булып майҙаны 60 мең квадрат метрға тиң халыҡ-ара экспо-үҙәк проекты торасаҡ. Уның исеме - “Конгресс Тау”. Концептуаль яҡтан ул илдә иң яҡшыһы буласаҡ. Уны урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ билдәләнгән, - тине Андрей Назаров. Андрей Назаров үҙенең сығышында Башҡортостандың һуңғы биш йылда сит илдәр менән хеҙмәттәшлеге тураһында ла һөйләне. -Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр булдырғанда төп иғтибарҙы дуҫ илдәргә йүнәлтәбеҙ. Улар - Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай. Улар менән эшләү өсөн республика вәкилдәре институты булдырҙыҡ. Һөҙөмтәлә берлектәге сауҙа күләме биш йыл эсендә 43 процентҡа артты. Тышҡы сауҙа әйләнешендә