Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был үҙәктә ярҙам итәләр

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Республика йәштәр психологик үҙәге Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләрен саҡыра. Үҙәк белгестәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ҡатындарының, әсәйҙәренең, балаларының шәхси проблемаларҙан, стресс менән бәйле хәлдәрҙән сығыу юлдарын тәҡдим итергә әҙер. – Махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙәр өсөн ғаиләләр төп терәк булып ҡала. Яугирҙәргә ярҙамдан тыш, хәрбиҙәрҙең өйгә ҡайтыуын көткән ғаиләләргә лә ярҙам итеү мөһим. Психологик үҙәк төбәктәге һигеҙ ҡалала һәм өс районда арауыҡта ғына түгел, күрешеп тә психологик ярҙам итеү мөмкинлеген бирә, - тип белдерҙе Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров. Психологик үҙәк өҫтәмә рәүештә ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр өсөн төркөмдәр, өлкәндәр өсөн арт-терапия, үҫмерҙәр өсөн социаль терапия, психологик көсөргәнеште бөтөрөү буйынса сеанстар, ата-әсәләр клубы ойоштора. 8-999-757-31-45 йәки 8(347) 276-56-12 телефондары буйынса яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ Өфө ҡалаһының Пархоменко урамында урынлашҡан 133/1-се йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итергә була. Көн һайын иртәнге 8-ҙән 00.00 сәғәткә тиклем үҙәктә 273-09-00 телефоны буйынса "ышаныс телефоны" эшләй. https://t.me/psiholog02_bot һылтанмаһы буйынса үҙеңә-үҙең ярҙам итеү чат-боты эшләй һәм арауыҡта ярҙам күрһәтелә. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.