Башҡортостан Башлығы Хакимиәте “Бәйләнештә”ге селтәрендә республикабыҙҙағы үҙгәрештәргә арналған рубрика асты. Бөгөнгө яҙма – Белорет районының Тирлән ауылы тураһында. 2018 йылда республика етәксеһенең тәүге эш сәфәрҙәренең береһе ошо яҡҡа төшә. Ауыл халҡы 1930 йылдарҙа уҡ төҙөлгән иҫке мәҙәниәт йорто тураһыда һөйләй. Ул заманса талаптарға яуап бирмәһә лә, тирләндәр уны ныҡ ярата. Радий Хәбиров күп функциялы мәҙәни үҙәк төҙөп ҡуйыу бурысын йөкмәтә. 2021 йылда объект төҙөлә башлай, ә инде былтыр, 2023 йылда, ул ишектәрен асты. Асыу тантанаһында видеобәйләнеш тәртибендә Башҡортостан Башлығы үҙе лә ҡатнашты. Ул тирләндәрҙе иҫтәлекле, мөһим ваҡиға айҡанлы ҡотланы һәм мәҙәни ял итер өсөн яңы мөмкинлектәрҙән файҙаланырға саҡырҙы. Яңы социаль-мәҙәни үҙәк – ул ижад, белем алыу һәм ял итеүгә тәғәйенләнгән заманса, уңайлы урын. 300 урынлыҡ тамаша залы, китапхана, түңәрәктәр өсөн айырым бүлмәләр, тренажер залы һәм башҡа уңайлыҡтары бар. Үҙәк “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культу