Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Ди нешуме зингт” – “Йән йырлай” йәһүд академия хорының концерты булды. "Үтте" тип әйтке килмәй. Тап “булды”, сөнки юғары вибрациялы композициялар тамашасының күңеленә ауаздаш ине. Йыйылыусылар хор менән бергә йырланы ла, йылмайҙы ла, алҡышланы ла. Концерт программаһы Александра Пахмутованың – миллионлаған кеше яратып тыңлаған талантлы композиторҙың – көйҙәренән торҙо. Улар романтик йәшлек осорона әйҙәй, тиерһең! “Надежда”, “Забота у нас такая”, “До свидания, наш ласковый Миша” һәм башҡалар – кем генә был совет хиттарын хәтерләмәй һәм ҡушылып йырламай түҙә ала?! Берҙәмлек беҙҙең өсөн бөгөн айырыуса мөһим. “Крокус сити холл”да ғәйепһеҙгә һәләк ителгән ҡорбандар өсөн дә ҡайғы-хәсрәт менән тулған көндәрҙә – бигерәк тә. Шуға күрә хорҙың сығыш программаһына үҙгәрештәр индерелеп, бөтә донъяға билдәле, доғаға әйләнгән композициялар яңғыраны. Фажиғә ҡорбандарына арналған изге һүҙҙәребеҙ Күктәргә ашҡандыр, тип ышанғы килә. Милли китапхананың 2-се корпусы хеҙмәткәрҙәренә концертты матур итеп ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт! Өйҙәге ише йылы мөхит, артистарға һәм тамашасыларға иғтибар – барыһы өсөн дә. Авторы - Валентина Назарова, тәржемә - Р. Ғатауллина. Фотолар – авторҙан.