Баймаҡ районының Күсей ауылы халҡы яугирҙәргә күрһәткән ярҙамы тос. Илдә өлөшләтә мобилизация башланғас та Күсей ауыл биләмәһенән ундан ашыу егет махсус хәрби операцияға юлланған, бер нисә ир-егет үҙҙәре теләп киткән. Ауыл халҡы уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, даими рәүештә изге уй-ниәттәр менән ҡорбан сала, аяттар бағышлай. Бар илгә килгән ауырлыҡты бергә булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин булыуын улар яҡшы аңлай. Шуға күрә яҡташтары өсөн аҡса йыйып, мәктәп ашханаһында борщ, быҡтырылған ит эшләгәндәр, ҡатын-ҡыҙҙар һалма йәйгән, өй ризыҡтары әҙерләгән. Шулай уҡ яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, йылы кейем-һалым тупланған гуманитар ярҙам даими рәүештә туплана. Ҡыш көнө ҡатын-ҡыҙҙар окоп шәме эшләһә, әле улар яугирҙәр өсөн тактик носилка тегеүгә оҫтарған. Тотҡалары булған был носилка махсус хәрби операцияла йөк ташығанда ҡулланыу өсөн бик тә уңайлы. Күсей ауыл клубы мөдире Зөһрә Баймөхәмәтова белдереүенсә, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары был эшкә бик теләп ҡушылған. Көнөнә икешәр носилка эшләгәндәр.