Ҡайһы фәрештәгә яуым-төшөм һәм үләндәр үҫтереү йөкмәтелгән?
Яуап: Микәил عليه السلام
Быға дәлил ҒәбдүЛЛАҺ ибнү Ғәббәс (رضي الله عنهما) әйтте: "Йәһүдтәр Пәйғәмбәр Мүхәммәдкә صلى الله عليه وسلم килеп әйттеләр: - Йә, Әбәл-Ҡасим! Беҙ һинән биш әйбер тураһында һорайбыҙ һәм беҙгә яуап бирһәң, һәм әгәр ҙә яуабыңдан һинең Пәйғәмбәрлегеңде аңлаһаҡ, артыңдан эйәрербеҙ, - тип. Һәм был хәҙистә Пәйгамбәребеҙгә صلى الله عليه وسلم йәһүдтәр ошо һорауҙарын биреүе тураһында әйтелә: - Кем Фәрештәләрҙән һинең дуҫың була? Һорауҙарына Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم яуапланы: - Минең дуҫым Джибриил عليه السلام, - тип. Йәһүдиләр әйттеләр: - Джибриил - ул дошмандарға ҡаршы үлем, һуғыш һәм яза менән төшә. Джибриил - шуға беҙҙең дошман. Әгәрҙә һин дуҫыңды Рәхимле менән, үләндәрҙе үҫтереп яуым-төшөм менән төшкән Микәил тип әйткән булһаң, яҡшыраҡ булыр ине!, - тинеләр. Һәм был осраҡтан һуң, Аллаһтан ошо аят төшөрөлдө: قُلْ مَن كَانَ عَدُوًّا لِّجِبْرِيلَ فَإِنَّهُ نَزَّلَهُ عَلَى قَلْبِكَ بِإِذْنِ اللَّهِ مُصَدِّقًا لِّمَا بَيْنَ يَدَيْهِ وَهُدًى وَبُشْرَى لِلْمُؤْمِنِينَ "Джибриилде дошман итеп алған Йәһүдиләргә әйт: - Кем Джибриилгә дошман булды?. Аллаһ әмере менән Джибриил аша һинән алдағы булғанды иҫбат итеп, мөъминдәргә һидәйәт һәм һөйөнөс итеп Ҡөрьән һинең йөрәгеңә төшөрөлдө". (Әл-Бәҡара сүрәһе, 97-се аят).
Ҡарағыҙ Мүснәд Әхмәд (2483), һәм хәсән хәҙис тип әйтелде. Шул уҡ, Шейх Мукбил (رحمه الله) "Сахих Мүснәд мин әсбәбин-нүзүл" йыйынтығында Әл-Бәҡара сүрәһенең 97-се аятына ҡағылған ерҙә был хәҙисте килтерә.
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa