Фәрештәләр кемдәрҙең өҫтәрендә ҡанаттарын йәйәләр?
Яуап: Шәриғәт ғилемен эҙләүселәр (طالب العلم) өҫтөнә ҡанаттарын йәйәләр
Быға дәлил
Сафуан ибн Ғәссәлдән килде хәҙис Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Хаҡиҡәттә, Фәрештәләр ғилем эҙләүсе менән риза булып, уның өҫтөнә ҡанаттарын йәйәләр".
Сүнән Тирмиҙи, 2682. Шейх Альбани رحمه الله был хәҙисте "Сахих Сүнәни Тирмиҙи" ла хәсән тине, номер 2801. Сахих әл-Мүснәд (Муҡбил), номер 505).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға