Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мәсәғүт ҡыҙы Камерун олигархы улына кейәүгә сыҡҡан

Дыуан районының Мәсәғүт ауылында тыуған Элина менән Камерун егете Франклин Белгород техник университетында танышҡан. Егет унда белем ала, ә Элина белгеслеккә уҡыған. Йәштәр араһында йылы хистәр барлыҡҡа килә. Беренсе тапҡыр Башҡортостанға, Дыуан районына Африка ҡунағы 30 градуслы һалҡындар булған саҡта килеп эләгә. Тик бер нимәгә ҡарамай, уға республикабыҙҙың тауҙары һәм урмандары оҡшай. Йәштәр ғаилә предприятиеһына нигеҙ һала. Улар Африка илдәренә төрлө ҡорамалдар һата. Элина унда – генераль директор. Бизнеста Франклиндың атаһы һәм ағайҙары ярҙам итә. Әйткәндәй, Башҡортостан кейәүенең атаһы Габриэль Вафо - олигарх, заводтар һәм фабрикалар хужаһы, король советы ағзаһы булып тора. Шулай уҡ ғаиләнең үҙ урманы бар, унда һирәк тотемлы хайуандар йәшәй. Шуныһы ҡыҙыҡ, Франклиндың атаһының ете ҡатыны һәм 42 балаһы бар. Был - уларҙың ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәте сағылышы. Фото: "Бәйләнештә".