Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Конкурсантыбыҙҙы ҡотланыҡ. Ә ул беҙгә йыр бүләк итте

Бөгөн "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре Краснокама районында эш сәфәрендә йөрөй. Иң тәүге туҡтаған урыныбыҙ Ҡуян ауылы булды. Бында беҙҙең гәзиттең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы уҙғарылған конкурста 2-се урын яулаған Фирзәнә Әхсән ҡыҙы Әсләмова йәшәй. Уны ҡотлап, "Башҡортостан" гәзитенең дипломын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ. Фирзәнә Әхсән ҡыҙы - бөтә ғүмерен улы Наилды тәрбиәләүгә арнаған оло йөрәкле әсә. Өҫтәүенә моңло тауышлы йырсы ла. Тиҙҙән гәзитебеҙҙә уның хаҡында журналист Лилиә Нуретдинованың мәҡәләһен уҡырһығыҙ. Фирзәнә апай улы Наил менән беҙҙең гәзит төркөмөнөң дуҫтарына моңло йыр да бүләк итте. Автор фотоһы һәм видеоһы.