Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эсәр һыу сифатын белергә була

Башҡортостан юлдаш телеканалында республиканың профиль министрлығы һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашлығындағы ташҡынға ҡағылышлы брифингта эсәр һыу сифаты мәсьәләһе лә күтәрелде. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казактың кәңәштәре гәзит уҡыусыларыбыҙға ла файҙалы булыр: -Әле күп осраҡта ташҡындың физик яҡтан зыянын тикшерәбеҙ, шул уҡ ваҡытта был миҙгелдә һыу сифатының насарайыу ихтималлағын да билдәләү мөһим. Үҙәкләштерелгән һыуҙың сифатын контролләү буйынса саралар көсәйтелде. Һыуҙы 60-тан ашыу күрһәткес буйынса тикшерәбеҙ. Был санитар-химик, микробиологик, паразитологик тикшеренеүҙәр. Бары лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә генә һыу сифатын билдәләргә мөмкин икәнлеген дә онотмағыҙ. Һыу сифатын контролләү буйынса интерактив картаға был мәғлүмәттәр индерелгән. Уны беҙҙең сайтта ла табырға мөмкин. Теләгән һәр кем йәшәгән төбәгендәге һыуҙың сифатын белә ала, - тине ул. Йорт-ихаталарҙы һыу баҫа башлағанда сысҡан кеүек ваҡ кимереүселәр өйҙәргә инә. Был иһә бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк сире хәүефен тыуҙыра. Шуға ла аҙаҡ биләмәне эшкәртеүгә лә иғтибар бирергә кәрәклеге иғтибарға алынды. Автор фотоһы.