Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш белгестәр оҫталығын күрһәтте

Өфөлә һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионат хәрәкәтенең төбәк этабы тамамланды. Ярыш төрлө эшсе һөнәр эйәләрен берләштерә һәм компетенцияларҙы күрһәтеүгә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа “продукт” прототиптарын әҙерләүгә йүнәлтелгән. Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы төбәктең IТ-компаниялары менән берлетә “һанлы” компетенцияларҙа сығыш яһаусы балаларға ярҙам күрһәтә. Был иһә буласаҡ белгестәрҙең сифатлы үҫешенә булышлыҡ итә. Улар “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” төбәк проектының әүҙем ҡатнашсыларына әүерелә. – Чемпионаттың IТ-йүнәлештәре буйынса компетенцияларҙы Һанлы үҫеш министрлығы беренсе йыл ғына етәкләмәй, ул профессиональ оҫталыҡ буйынса чемпионатта ҡатнашыусыларҙың практик әҙерлек кимәлен күтәреү өсөн иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларын йәлеп итә. Күп осраҡта беҙ яңы белем һәм күнекмәләр алырға мөмкинлек биргән ҙур IТ-компанияларға һәм предприятиеларға стажировка үтеүҙә ярҙам итәбеҙ. Быйыл предприятиелар өҫтәмә рәүештә финанс ярҙамы күрһәтте һәм төбәк этабында ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр менән дәртләндерҙе, шуның өсөн партнерҙарыбыҙға ҙур рәхмәт, – тине Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов. Башҡортостанда чемпионат 18-30 мартта 78 майҙансыҡта, шул иҫәптән предприятиелар биләмәһендә үтте. Төп категориялағы 176 профессионал һәм 68 юниор Бөтә Рәсәй буйлап йомғаҡлау (төбәк-ара) этабында беҙҙең республика исеменән сығыш яһаясаҡ. Ярыштарҙа 14 йәштән алып мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнашты. Өс меңдән ашыу ҡатнашыусы төбәк биләмәһендә һорау менән ҡулланған 186 компетенция буйынса үҙ һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте. Билдәле булыуынса, “Һанлы иҡтисад” (национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.