Премьер-министр кино сәнғәтенә бәйле һандарҙы атап үтте. Ватан фильмдарын төшөрөү үҫешә, сифатлы картиналар экранға сыға. Дүрт йыл эсендә ил Хөкүмәте кинематографҡа 36 миллиард һум аҡса йүнәлткән. Үткән йылда ғына ла Рәсәй кинотеатрҙары был сумманан күберәкте - 40 миллиард һум аҡса йыйған. Дәүләт булышлығында төшөрөлгән фильмдарҙы 57,5 миллион тамашасы ҡараған. Мәҙәниәт тармағының бар йүнәлештәренә лә ярҙам күрһәтеү дауам итә. Театрҙар йүнәтелә, музейҙар ремонтлана, яңылары асыла, күргәҙмә урындары булдырыла, китапхана фондтары тулыландырыла. Ауыл ерҙәрендә мәҙәниәт йорттары төҙөлә, яңыртыла. Тағы бер шатлыҡлы яңылыҡ: Президент ҡушыуы буйынса "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы тормошҡа ашырыла башлай. Уға ярашлы, бәләкәй ауылдарға эшкә килгән хеҙмәткәрҙәргә аҡсалата ярҙам ҡарала. Әйткәндәй, Башҡортостанда бындай программа республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән 2021 йылдан ғәмәлгә ашырылып килә. Уның буйынса бихисап йәш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙам алды ла инде. Киләһе