Рәсәй Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин Хөкүмәт эшмәкәрлеге буйынса отчетында илдә инфраструктураны үҫтереү бурысына айырым туҡталып, уның тормош сифаты нигеҙе икәнен билдәләне. Төҙөлөш тармағы йыл һайын һигеҙ процентҡа яҡын үҫеш бирә. Ул – ил үҫешенең драйверы, тип билдәләне етәксе. Былтыр илдә 110 миллион квадрат метр майҙанда торлаҡ төҙөлгән. Был – Рәсәй тарихында рекордлы күрһәткес. “4,5 миллион ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртты”, тип хәбәр итте Премьер-министр. Тағы бер мөһим мәсьәләгә иғтибар йүнәлтте етәксе: былтыр авария хәлендәге тораҡтарҙан 200 меңгә яҡын кеше яңы фатирҙарға күскән. Ә дүрт йылда – 670 мең кеше! Торлаҡ ҡына түгел, уның янындағы урындар, урамдар, яр буйҙары шулай уҡ йәмле, халыҡҡа уңайлы булырға тейеш. Былтыр 10 меңдән ашыу ихата һәм йәмәғәт киңлектәре ҙур үҙгәреш кисергән, ә профилле федераль проектҡа ярашлы, халыҡтың теләген иҫәпкә алып, 65 меңдән ашыу йәмәғәт урыны тәртипкә килтерелгән. Хәлим ХӨРМӘТУЛЛИН, Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә йәшәүсе: - Бығаса