Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Махсуслаштырылған медицина ярҙамы темаһына ҡағылып, етәксе Рәсәйҙә 2020-2023 йылдарҙа 600 төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренең заманса йыһазландырылыуын, онкология менән сирләгәндәр өсөн 500 амбулатория асылыуын билдәләне. Былтыр 1,4 миллион кеше юғары технологиялы дауа алған. Һүҙ ҙә юҡ, махсуслаштырылған медицина ярҙамы ҙур суммала финанс, алдынғы технологиялар менән бер рәттән, теләк һәм тәүәкәллек талап итә. Диспансерлаштырыу программаһының киңәйтелеүе граждандарға бушлай сәләмәтлектәрен тикшерергә ярҙам итә. 2020 йылда иҫкәртеү тикшереүҙәрен 39 миллионға яҡын кеше үтһә, былтыр Рәсәйҙә йәшәгән һәр икенсе кеше ошо мөмкинлектән файҙаланған. Премьер-министр әйтеүенсә, ҡатмарлы хәлдәрҙә талап ителгән махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы дауалау мөмкинлектәре киңәйҙе. Теләгән бер төбәктә йәшәгән кешенең ярҙам артынан бөтә федераль ойошмаларға мөрәжәғәт итеү м