Өфөлә 26-29 мартта үткән XXXIV "Агрокомплекс" халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан фермеры инновацион проект өсөн грант алды. "Грант АгроБизнес" конкурсы еңеүсеһенә сертификат тапшырыу тантанаһы Өфөнөң "Экспо" күргәҙмә үҙәгендә "Россельхозбанк" стендында үтте. Конкурс "Фермер мәктәбе" федераль белем биреү проектын тамамлаусылар өсөн Ауыл хужалығы башланғыстарына ярҙам фонды тарафынан булдырылған. Еңеүсене һигеҙенсе уҡыу ағымының сығарылыш эштәрен яҡлау һөҙөмтәләре буйынса билдәләнеләр. Ул - "Агродрондар" белгеслеген һайлаған Николай Сальников. Николай Сальников оҙаҡ йылдар төҙөлөш менән шөғөлләнгәндән һуң, бизнесты диверсификациялау тураһында ҡарар ҡабул итә һәм Өфөнән алыҫ түгел Кушнаренко районында 300 гектар самаһы ерҙе өлөшләтә һатып, өлөшләтә ҡуртымға ала. Баҫыуҙарында күп йыллыҡ үләндәр сәсә, уларҙы үҫтереү буйынса саралар комплексы үткәрә. Параллель рәүештә тоҡомло мал һатып ала башлай: башлыса һарыҡтар, әммә һыйыр малы ла һатып алырға ниәтләй. Николай әйтеүенсә, ул уҡығ
"Фермер мәктәбе" ҡатнашыусыһы инновацион проекты өсөн грант алды
4 апреля 20244 апр 2024
1 мин