Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Онкология буйынса лицензиялар арта

Башҡортостанда лицензияларҙың Берҙәм реестрында онкология буйынса эшмәкәрлеккә лицензиялар алыусы ойошмалар һаны 14 процентҡа артты. Элек теркәлгән 226 медицина ойошмаһына үткән йыл йәнә 32 ойошма өҫтәлде. - Онкология хәҙерге ваҡытта медицинаның йылдам үҫешкән тармағы булып тора. Һуңғы йылдарҙа сиргә ҡаршы тәьҫирле препараттар һәм ысулдар артты, улар тормош сифатын яҡшыртырға һәм ғүмер оҙайлығын арттырырға ярҙам итә, – тип билдәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Медицина эшмәкәрлеген лицензиялау – медицина ярҙамын күрһәтеүҙә төп шарт. Бөтә дәүләт һәм шәхси клиникалар, дауаханалар, шифаханалар, госпиталдәр һәм башҡа медицина ойошмалары лицензиялау процедураһын үтергә тейеш. Республикала медицина эшмәкәрлеге төрҙәренә лицензиялар рәсмиләштереү арта. Тәүге тапҡыр рәсмиләштереү 15 көн эсендә башҡарылһа, ҡабаттан был процедураны 10 көндә үтергә мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсат

Башҡортостанда лицензияларҙың Берҙәм реестрында онкология буйынса эшмәкәрлеккә лицензиялар алыусы ойошмалар һаны 14 процентҡа артты. Элек теркәлгән 226 медицина ойошмаһына үткән йыл йәнә 32 ойошма өҫтәлде. - Онкология хәҙерге ваҡытта медицинаның йылдам үҫешкән тармағы булып тора. Һуңғы йылдарҙа сиргә ҡаршы тәьҫирле препараттар һәм ысулдар артты, улар тормош сифатын яҡшыртырға һәм ғүмер оҙайлығын арттырырға ярҙам итә, – тип билдәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Медицина эшмәкәрлеген лицензиялау – медицина ярҙамын күрһәтеүҙә төп шарт. Бөтә дәүләт һәм шәхси клиникалар, дауаханалар, шифаханалар, госпиталдәр һәм башҡа медицина ойошмалары лицензиялау процедураһын үтергә тейеш. Республикала медицина эшмәкәрлеге төрҙәренә лицензиялар рәсмиләштереү арта. Тәүге тапҡыр рәсмиләштереү 15 көн эсендә башҡарылһа, ҡабаттан был процедураны 10 көндә үтергә мөмкин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.