Рамаҙан айы үтеп тә бара. Бөтә ислам донъяһы был күркәм байрамды дәррәү ҡаршы алды һәм үҙҙәренең бар мөмкинлектәренән файҙаланып, лайыҡлы үткәрергә тырыша. Кемдер хаж ҡыла, күптәр ураҙа тота, берәүҙәр тәү башлап намаҙға баҫа, мәсеткә йөрөй. Бигерәк ҡыуаныслы: йәштәр ураҙа тота, күмәкләп ауыҙ асыуҙар хәҙер халҡыбыҙҙың көндәлек ғәзәтенә әйләнде. Республикала барған һәр фәһемле донъяуи сараларҙың уртаһында ҡайнаған Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте был эштән ситтә ҡалманы – Гөлнур Ҡолһарина республика райондары ҡатын-ҡыҙҙарын ауыҙ астырыу сараһына йыйҙы. Бында өлкән йәштәгеләр менән бер рәттән дин юлында йөрөгән йәш ҡатын-ҡыҙҙар ҙа саҡырылғайны. Улар дин юлында йөрөү менән бергә йәмғиәт эше менән дә тығыҙ бәйләгән изге әсәләр. Уларҙың һәр береһенең йөҙөндә киләсәккә ышаныс, нур сәселә, шул уҡ ваҡытта тәүәккәллек, саялыҡ һыҙаттары ла сағыла һымаҡ. Борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас наҙлы, бөхтә, һәр эштә уңған, егәрле, донъяның ҡото ла, ғаиләһендә ныҡлы хужабикә лә, ир ҡатыны ла, бала