Дүртөйлө балалар музыка мәктәбе “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу материалдары менән йыһазландырылды. Бында даими рәүештә төрлө концерттар, конкурстар, саралар үтә, балалар әүҙем музыкаль тормош менән йәшәй. Ғәҙәттәгесә, йәш башҡарыусыларҙың “Тәүге аҙымдар” конкурсы үткәрелде. Унда мәктәптең фортепиано, скрипка, думбыра, балалайка, баян һәм аккордеон, тынлы музыка ҡоралдары, вокал һәм хореография кластарында белем алған бөтә беренсе класс уҡыусылары ҡатнаша. Быйыл 50-нән ашыу бала сығыш яһаны. Беренсе класс уҡыусылары музыка мәктәбендә уҡыған осорҙа нимәгә өйрәнгәндәрен күрһәтте, был улар өсөн сәхнәләге тәүге сығыш булды. Барыһы ла тырышып әҙерләнде һәм үҙҙәрен ысын артист итеп тойҙо, иптәштәренең уйынын ҡыҙыҡһынып тыңланы, үҙ мөмкинлектәрен баһаланы һәм уйындарын тиҫтерҙәренең уйыны менән сағыштыра алды. Уҡытыусылар өсөн конкурс артабан эшләү өсөн стимул булды һәм иң перспективалы уҡыусыларҙы асыҡларға ярҙам итте. Бәйгеселәр бер әҫәр башҡарҙы, жюри иһә башҡарыу оҫталығын, музыкаллек һәм артислыҡ һәләтен, тасуири һәм хисле башҡарыуын, сәхнә оҫталығын баһаланы. “Музыка менән аралашыу балаға шатлыҡ килтерергә тейеш. Юҡҡа ғына музыка кешене юғары күтәрә, рухи яҡтан байыта тип әйтмәйҙәр бит, йәш башҡарыусыларҙың хәҙер музыка ҡоралдарында үҙҙәре уйнарға өйрәнеүе ҡыуаныслы. Элек буй етмәҫлек булып тойолған һәм хыял ғына булған нәмәләр ҡапыл тормошҡа ашты. Уҡыусыларҙа артабан ысын профессионал булырға ярҙам итәсәк талант сатҡыларын күреү һәм яндырыу өсөн уҡытыусыларға күпме көс һалырға кәрәк. Музыка мәктәбендә алынған тәүге дәрестәр, тәүге тәьҫораттар баланың музыкант булараҡ үҫешендә ҙур роль уйнай”, – тип һөйләне Дүртөйлө балалар музыка мәктәбе директоры Светлана Баянова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.