Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә Өфөлә үткән “Ҡанатлан!” мәғариф форумы тураһында фекере менән уртаҡлашты. “Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса йыл һайын үткәрелеп килгән “Ҡанатлан!” форумында ҡатнаштым. Яңы ҡарарҙар тураһында һөйләргә теләйем. Уҡытыусы һәм остаз йылында беҙ республикабыҙҙа уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу һәм мәктәпкә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса сараларҙы киңәйттек. Ауыл уҡытыусыфларына тәғәйен йыллыҡ гранттың һанын арттырҙыҡ. Дәүләт һәм туған телдәр уҡытыусыларына тейешле премия күләме ике тапҡырға арттырыла, был категорияға полилингваль мәктәптәрҙең уҡытыусылары ла инә. Балалар баҡсаларының педагогик хеҙмәткәрҙәренә 575 мең һумлыҡ йыл һайын бирелгән 50 грант, балалар баҡсалары педагогтарының республика еңеүселәренә һәм лауреаттарына премиялар булдырылды. Уҡытыусылар тураһында хәстәрлек күреүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Президенттың ҡарарына ярашлы, 1 сентябрҙән мәктәп һәм колледж директорҙарының тәрбиә эше буйынс