"Башҡортостан продукты" проекты дипломанттары "АгроКомплекс-2024" 34-се махсуслаштырылған күргәҙмә сиктәрендә үткән "Иң яҡшы фермер продукты-2024" конкурсында еңеүсе булды. Конкурстың маҡсаты - продукцияның конкурентлыҡ һәләтен күтәреү һәм аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларының уны етештереү менән ҡыҙыҡһыныуын көсәйтеү. Конкурс 12 номинация буйынса үткәрелә: һөт продукцияһы, шул иҫәптән консервалар һәм туңдырма; ит продукцияһы, шул иҫәптән консервалар; ҡош ите, йомортҡа һәм йомортҡа продукттары; икмәк-ҡалас продукцияһы һәм кондитер ризыҡтары; ярма һәм макарон ризыҡтары, он; емеш-еләк продукцияһы, уны эшкәртеү продукттары, һуттар; тәмләткестәр; эсемлектәр; балыҡ һәм балыҡ продукцияһы; "Хәләл" продукцияһы; бал һәм умартасылыҡ продукцияһы; май продукцияһы һәм төргәк. Гран-при һәм дипломға "Дәүләкән комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте реторт-пакеттағы төшкө аш ризыҡтары өсөн; "Благосыр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Салауат ҡалаһы) сыр палитраһы өс
"Иң яҡшы фермер продукты-2024" конкурсында еңеүсе булдылар
3 апреля 20243 апр 2024
~1 мин