«Быйыл яҙғы баҫыу эштәре өсөн сәсеү техникаһының һаны 72 берәмеккә, ер эшкәртеү ҡоролмалары 85 берәмеккә артыр тип күҙаллайбыҙ. Дымды ябыуҙы 8 - 9 көн эсендә, сәсеүҙе 12-15 көн эсендә тамамларға ниәтләйбеҙ. Ауыл хужалығы тармағында һуңғы биш йыл эсендә техник паркты әүҙем яңыртабыҙ. Заманса техника ярҙамында һуңғы өс йылда сәсеү ваҡыты өс-дүрт көнгә ҡыҫҡартыла», — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағында техник паркты яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй, уның сиктәрендә хужалыҡтарға ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға киткән сығымдарҙың 50 процентына тиклем ҡайтарыласаҡ. Һуңғы биш йылда Башҡортостанда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселргә программа буйынса 7,2 миллиард һум субсидия түләнгән. Быйыл Башҡортостанда ике миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәре атҡарыу планлаштырыла. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.