30 мартта юғалған ике малай – 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовтың яҙмышы өсөн бөтә республика борсола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға тиклем уларҙың ҡайҙалығы тураһында бер нимә лә билдәле түгел. Бөгөн уларҙы бишенсе тәүлек эҙләйҙәр. Йөҙәрләгән ирекмән уларҙы ерҙән дә, һыу аҫтынан да, күктән дә эҙләй. Әлегә тиклем һөҙөмтә юҡ. Шул уҡ ваҡытта күптән түгел Ағиҙелдә малайҙарҙың итеге табылыуы тураһында хәбәр ителде. Был, әлбиттә, малайҙар батҡандыр тигән насар уйҙарға килтерә. Шуға күрә водолаздар эштәрен туҡтатмай. Итек Дамир менән Павелдың биштәрен тапҡан урындан 500 метр алыҫлыҡта йылғала ятҡан. Әлеге ваҡытта водолаздар мөмкин булғанса күберәк йылға төбөн тикшерергә тырыша. Сөнки бер нисә көндән әүҙем боҙ китеү башлана һәм ташҡын көсәйәсәк. Ошо сәбәпле эштәрҙе туҡтатып торорға тура киләсәк. Был водолаздарҙың ғүмеренә хәүеф менән янаясаҡ. Ерҙә иһә эш гөрләй. “ЛизаАлерт” отряды мәғлүмәттәре буйынса, малайҙарҙы эҙләү буйынса штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Уларға ярҙам итер өс