Найти тему
Башҡортостан гәзите

Машинаны ташҡын һыу алып киткән

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә Хәйбулла районының Маҡан ауылында һыу күтәрелеү арҡаһында машинаны йыуып алып киткән. Билдәле булыуынса, автомобилдең водителе тыйыу билдәһен иҫәпкә алмайынса, хәрәкәтен дауам иткән булған. “ВАЗ”дың водителе һәм ике пассажиры машинанан сыға алған, зыян күреүселәр юҡ. Автомобилде ауыр техника ярҙамында юл ситенән һөйрәп сығарғандар. Ташҡын булыуы сәбәпле, әлеге ваҡытта Сибай – Аҡъяр юлының 80-102+765 саҡрымында, Сәғит ауылына ингән ерҙә бөтә төр транспорт саралары өсөн дә сикләүҙәр индерелгән. Видео: Mash Batash