Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова белдереүенсә, күптән түгел махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугир һөйгәне менән ҡауышҡан. Мобилизацияланған яугир һөйгән ҡыҙы менән никахтарын теркәүгә шат, ғаилә ҡороуы уға тағы ла ышаныс өҫтәй, дошманды тиҙерәк еңергә ярҙам итәсәк, ти. "Был ваҡиға тағы ла бер ғаиләнең барлыҡҡа килеүен дәлилләй. Яңы ғаиләлә бары тик мөхәббәт кенә өҫтөнлөк итер, тип ышанабыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата оло һөйөү, ихтирам һәм иғтибарлы мөнәсәбәт барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер. Бәхетле булығыҙ!"- тип яҙған Айгөл Байрамғолова. Беҙ ҙә йәш ғаиләне ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы мөхәббәт теләйбеҙ! Фото: Темәс ауыл биләмәһе төркөмөнән.