Ошо айҙа Сәғиҙулла Байегеттең алтын юбилейы. Ә бөгөн Өфөлә уның ҙур концерты уҙа. Кисә артист таң менән тимер юл вокзалында Сибайҙан килгән әсәһен ҡаршы алған. "Әсәйем 15 йыллап ҡунаҡҡа килгәне юҡ ине", тип йөрәкһеп видео төшөргән ул. Вагондан килеп төшкән инәй "поезда бер грамм да йоҡлап булманы" тиһә лә, улының өйөнә барып ингәс, ял иткәндер, иркен тын алып ҡалғандыр тип ышанабыҙ. "Аяҡтарым ауыртһа ла, һинең концертыңды ҡалдыраһым юҡ", тип әсәкәйем Өфөләргә килде", - ти бит улы. Сәғиҙуллаға концертының яҡшы үтеүен, ә әсәһенә бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ! Фото һәм видео: https://vk.com/id125235703