Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һуңғы мәлгә тиклем мөғжизәгә ышанғайныҡ...

18 мартта ер емерелеп, Амур өлкәһенең "Пионер" руднигында алтын табыусы шахтерҙар күмелеп ҡалғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпме тырышһалар ҙа, уларҙы ҡотҡара алманылар. Шуныһы үкенесле: 13 кешенең бишәүһе Башҡортостандан. Дүртәүһе – Сибайҙан, берәүһе – Учалынан. Әле билдәле булыуынса, Сибайҙа таусыларҙың исемен мәңгеләштереү буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Был турала Сибай ҡалаһы мэры Азамат Юлдашбаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, һәләк булғандарҙың ғаиләләре ошо көндәрҙә Амур өлкәһенән өйҙәренә ҡайтҡан һәм хакимиәт башлығы улар менән осрашҡан. Бергәләп урындағы Таусылар скверында һәләк булған шахтерҙар иҫтәлегенә арнап мемориал булдырырға хәл иткәндәр. “Беҙ аҙаҡҡы мәлгә тиклем мөғжизәгә ышандыҡ, тик булманы... 13 шахтер өсөн “Пионер” туғандар ҡәберлегенә әйләнде. Үҙемдең һәм бөтә таусылар ҡалаһы исеменән яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хәтер китабында Сибай шахтерҙары Олег Симонов, Юрий Марков, Ролан Шәрипов һәм Вадим Николаевтың исемдәре мәңге һаҡланасаҡ”, – тип яҙҙы Азамат Юлдашбаев. Тыныс йоҡлағыҙ, егеттәр! Ғаиләләренә ныҡлыҡ теләйбеҙ. Фото: Телеграм/Mash Amur.