Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәнәүез-Мәскәү ҡатындары өлгө күрһәтә

Бишбүләк районы халҡы махсус хәрби операция башланғандан алып гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Күп ауылдарҙа маскировкалау селтәрҙәре үреү буйынса эш ойошторолдо. Мәнәүез-Мәскәү ҡул оҫталарының етәксеһе Динара Хәйбунасова әйтеүенсә, блиндаждар һәм техника өсөн селтәр үреүгә былтыр декабрь айында тотонғандар. – Яңы йыл каникулдарынан һуң көн һайын эшләүгә күстек. Элек шаулап-гөрләп торған мәктәп йоҙаҡҡа бикләнгәйне, беҙ уны асып, ҙур кабинетта маскировкалау селтәрҙәре үреү эшен ойошторҙоҡ, электр ҡорамалдары ҡуйҙыҡ. Ирем Рамис Александрович үреү өсөн станок әҙерләп бирҙе. Күршем Флүрә Әхмәтханова менән Ҡош-Йылға ҡатын-ҡыҙҙарынан эшкә өйрәнеп ҡайттыҡ һәм үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы селтәр үрергә өйрәтә башланыҡ. Эш шулай яйланды! 16 селтәр үрҙек. Берҙәм бригадабыҙҙа 35 йәштән 70 йәшкә тиклемге ун ҡатын-ҡыҙ: Динара Хәйбунасова, Флүрә Әхмәтханова, Мөслимә Шиһапова, Рәмилә Мирсаева, Гөлнара Авзалова, Рәзилә Харрасова, Таңһылыу Әхмәрова, Айгөл Йәләйева, Флизә Ишбулатова, Зәниә Хөсәйенова. Көн һайын ике смена эшләйбеҙ. Бишбүләктән ирекмән Элина Суфиянова беҙҙе материал менән тәьмин итә. Ҡыш көндәрендә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һалдаттар өсөн йылы ойоҡбаштар бәйләне, посылкалар әҙерләне. Беҙ барыбыҙ ҙа ҙур Еңеүгә бәләкәй генә булһа ла өлөш индерергә теләйбеҙ. Яугирҙәрҙең иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ,- ти Динара Хәйбунасова. Владимир Смолов фотолары.