Өфөлә 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов менән 13 йәшлек Павел Паличевтың ғәйеп булыуына етенсе көн китте. Уларҙы йөҙәрләгән ирекмән ер өҫтөнән дә, күктән дә, һыу аҫтынан да эҙләй. Әммә ошоға тиклем эҙҙәренә төшә алманылар. Малайҙарҙың береһенең итеге һыуҙа табылғас, улар батҡандыр тигән фараз бар, тик водолаздар эҙләүе лә ошоға тиклем һөҙөмтә бирмәне. Малайҙар табылмағас, ҡайһы бер кешеләр экстрасенстарға мөрәжәғәт итеп ҡарарға кәңәш итә ине. “Уфа1” порталы бына эшләгән һәм Өфө экстрасенсы Михаил Сафинға мөрәжәғәт итеп, уның фекерен белешкән. Ир үҙенең фаразы бик дөрөҫ булмауы ихтимал тигән, сөнки юғалған кешеләрҙе эҙләү уның йүнәлеше түгел, тик балалар хаҡына, ярҙам итеп ҡарарға тырышҡан. Михаил малайҙарға таныш булған ир менән ҡатын образын күрәм тигән. Ҡатынды өлкән йәштәге ҡара сәсле кеше тип һүрәтләгән. Уныңса, был ҡатын малайҙарҙың бергә мәктәпкә йөрөгән таныштарының әсәһе булыуы ихтимал. Уның шизофрения менән сирләүе ихтимал. Ир кеше иһә хәрбигә оҡшаған. Экстрасенс әйтеүенсә, ир менән ҡа