Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рамазановтар Урал аръяғын гөрләтә!

Яратҡан йырсыларыбыҙ Зинира һәм Ризат Рамазановтар һуңғы ике йылда көньяҡ-көнсығыш райондарын "баҫып алды" тиһәк тә була. Уларҙың сығыштарын һәр ерҙә көтөп алалар. Кисә һәм бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһендә моңло ғаиләнең өр-яңы программа менән төҙөлгән ҙур һәм сағыу концерты шуалап үтә. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһы һәм район халҡын өс көн дауамында үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырасаҡтар әле. Яңы йырҙар, сағыу һәм зауыҡлы сәхнә костюмдары, иҫ киткес бейеүҙәр, төрлө төҫтәргә мансылған заманса яҡтыртҡыстар, ҙур экранда - йырсыларҙың тормошон, ижадын сағылдырған клиптар булһынмы - барыһы ла тамашасылар өсөн, уларҙың ялын күңелле үткәреү өсөн эшләнелгән. Ризаттың кисәнән алап аҙағынаса ҡыҙыҡлы итеп алып барыуы, Зинараның уны йылмайып йөпләп кенә тороуы ла һәр кемдең күңеленә оҡшағандыр. Ә инде бейеүселәр һәм музыканттарының үҙҙәрен юғары мәҙәни кимәлдә тотоуҙары, бар яҡлап маһир, оҫта булыуҙары йәнә бер тапҡыр хайран ҡалдырҙы. Афарин, Рамазановтар! Йәнә һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ! Уңыштар һеҙгә! Автор видеоһы.