“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Белоретта беренсе тапҡыр 2009-2012 йылғы егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Белорет пружина заводы кубогына биатлон буйынса республика ярыштары үтте. Беренселеккә Өфөнән, Ишембайҙан, Октябрьскийҙан, Стәрлетамаҡтан командалар килде, балаларҙы Олимпия резервындағы Белорет спорт мәктәбе командаһы ҡаршы алды. Йәмғеһе 130 биатлонсы ҡатнашты. Старт алдынан пневматик биатлон өсөн атыу урынын асыу тантанаһы үтте. Сараны асыу тантанаһына абруйлы ҡунаҡтар һәм спорт ветерандары, шул иҫәптән билдәле биатлонсы Максим Чудов – күп тапҡыр донъя чемпионы, Олимпия уйындарының бронза призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, хәҙер Башҡортостандың Саңғы уҙыштары һәм биатлон федерацияһын етәкләүсе, килде. “Төҙөлөш инвесторы һәм ярыштарҙы ойоштороусының Белорет районында һәм республикала биатлонды үҫтереү буйынса етди ниәттәре бар, спортсыларыбыҙ республика, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһаһын өсөн шарттар булдырасаҡбыҙ”, – тине ярыштарҙы асыу тантанаһында Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Белорет районы хакимиәте.