Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһи үә сәлләм кесаҙна төнөндә йәки йома көндөҙ «Әл-Кәһф» (“Мәмерйәләр”) сүрәһен уҡырға ҡушҡан.Был сүрә Пәйғәмбәребеҙгә Мәккәлә сағында иңдерелгән. Ул 110 аяттан тора. Дүрт төп тема:1) иман менән һынау (9 – 26-сы аяттар),2) байлыҡ менән һынау – хәлле һәм ярлы кешеләр тарихы (32 – 44-се аяттар),3) белем менән һынау – Муса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) һәм Әл-Хызыр (60 – 82-се аяттар),4) хакимлыҡ итеү менән һынау – Зөлҡәрнәй һәм Йәьжүж менән Мәьжүж халыҡтары (83 – 98-се аяттар).«Әл-Кәһф» сүрәһенең тәүге ун аятын ятлап алған кеше Дәжжәлдән һаҡланған булыр», – тигән Пәйғәмбәребеҙ (Мөслим йыйынтығынан). Иртәгәгә, 22 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән). Фото: islam.ru