18 мартта “Пионер” руднигында тау тоҡомдары емерелеп, 120 метр тәрәнлектәге ер аҫтындағы шахтасылар күмелеп ҡала. 13 кеше араһынан бишеһе – беҙҙең яҡташтарыбыҙ. Ҡотҡарыусылар һаман да тау эшселәре менән бәйләнешкә инә алмай, әммә барыһы ла ваҡиғаларҙың яҡшы тамамлауына ышана. Һуңғы мәғлүмәттәрҙе ufa.kp.ru порталы хәбәр итә. Мәғлүм булыуынса, Вадим Н. менән Ролан Ш. – бик яҡын дуҫтар. Улар башта уҡ вахтаға барырға теләмәй, эштән сығырға уйлап йөрөгән. Сөнки Вадим февраль айында йөрөп ҡайтҡанында эш шарттарын оҡшатмаған. – Улар машинистар булып бер нисә предприятиела эшләп тә өлгөрҙө. Вадим да, уның дуҫы Ролан да компания участкаларында эшләү менән ҡәнәғәт булманы. Элекке эш урындағы шарттарҙан айырыла, тинеләр. Беҙ Вадимды 14 мартта вахтаға оҙаттыҡ, ә 18 мартта ошо хәл тураһында ишеттек. Быйылғы йыл уның өсөн ауыр килә. Күптән түгел ул ҡустыһын юғалтты, ата-әсәһе лә мәрхүм. Ҡатыны менән айырылышҡан, шулай ҙа уларҙың ике балаһы бар. Ҡотҡарыусылар уны һәм башҡаларҙы сығарырҙар, тип ышанам, – тип һөйләгән “Комсомольская правда”ға вахтасының яҡын дуҫы Елена. Ролан Ш.-ға килгәндә, ул тәжрибәле шахтер – атаһының юлы буйынса киткән. Сибайҙа йәшәүсе “Пионер” руднигында бер йылға яҡын эшләй. Отпускыһы тамамланғас, 15 мартта кире эшкә барған булған. Ирҙе өйөндә ҡатыны һәм ике кескәй балаһы көтә. Улар ғаилә башлығының иҫән-һау ҡайтырына ышана. Әлегә ғәҙәттән тыш хәл урынында скважина ҡаҙыуын дауам итәләр. Бөгөн икенсеһен дә башлағандар: ул Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә шахталағы хәлде баһаларға мөмкинлек бирәсәк. Артабан иһә ике скважинаға ла камералар төшөрәсәктәр. Шулай уҡ зыян күреүселәрҙең туғандары ла килергә сыҡҡан, тип яҙа Amur Mash телеграм каналы. Фото: ufa.kp.ru