Йәүһәриә Фәйзелкәбир ҡыҙы 95-се яҙын ҡыуанып ҡаршы алды. Алсаҡ, аралашыусан, ҡыҙыҡһыныусан ветеран йәш быуын өсөн сағыу өлгө булып тора. Уның әйтеүенсә, оҙон ғүмерлелек сере – даими хеҙмәттә, әүҙемлектә, тормошто яратыуҙа, тип яҙа “Янаульские зори”. Йәүһәриә Борай районында тыуып үҫкән. Белемгә юл ябай булмай. Мәктәпкә барып етеү өсөн бер нисә километрҙы атларға кәрәк була. Ветерандың әйтеүенсә, “бындай йәйәү йөрөүҙәр сәләмәтлекте нығытҡандыр, күрәһең”. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул бишенсе класты тамамлаған ғына була. Атаһын хеҙмәт армияһына алалар. Уның ялға ҡайтҡылауы биш бала, ҡатыны һәм өләсәй йәшәгән ғаилә өсөн ҙур ярҙам була. Атаһы аҙыҡ-түлек алып ҡайта, хужалыҡта ярҙам итә. Йәүһәриә лә тик ятмай, почта тарата, йәйге каникулда бригадир ярҙамсыһы булып эшләй. Мәктәпте тамамлағас, балалар уҡыта. 1949 йылда ауылдашы Хәмит Ғәлимйәновҡа кейәүгә сыға. Дүрт йылдан һуң Яңауылға күсеп киләләр. Тик иренең фажиғәле үлеме бөтә пландарҙы юҡҡа сығара. Утыҙ йәшендә өс бала менән тороп ҡ
95 йәшлек Йәүһәриә инәйҙе бер мәсьәлә генә борсой...
21 марта 202421 мар 2024
1 мин