21 мартта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнән Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәтте асты. Юл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Урында эштәр 2020 йылда башланғайны. Ул 1276 метр оҙонлоҡтағы тоннель төҙөүҙе (уны 1992 йылда уҡ һала башлайҙар), Өфө йылғаһы аша 2,7 километр оҙонлоҡтағы күперҙе һәм М-5-се федераль трассаһына тиклем 10 километрлыҡ автомобиль юлын үҙ эсенә алды. Тантана башланыр алдынан төбәк етәксеһе Көнсығыш сығыу юлы проектында ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм республиканың Транспорт дирекцияһы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. – Был объектты Башҡортостан халҡы күптән көттө. Төҙөлөштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт. Тәү сиратта, әлбиттә, 1990 йылдарҙа яңы юл төҙөргә ҡарар иткән етәкселәргә, шулай уҡ Рәсәй Президентына рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Юлды асыу тантанаһында видеоэлемтә режимы аша Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин д