21-се март - Бөтә донъя урманды һаҡлау көнө.
Бөгөн бөтә донъяла халыҡ-ара Урман көнө, дөрөҫөрәге урманды һаҡлау көнө билдәләнә. 1971 йылда булдырылған байрамдың башланғысы глобаль мәсьәләне күтәрә, шуға ла 2012 йылдан Берләшкән милләттәр ойошмаһы ла был датаны календарҙа рәсми нығыта.
Урмандарҙы һаҡлау проблемаһы ысынлап та, йылдан йыл глобалләшә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса һуңғы 8 мең йыл эсендә кешелек Ер йөҙөндәге урмандарҙың яртыһын юҡ иткән. Ә уның күп өлөшө аҙаҡҡы 500 йылға тура килә.
Ер шарының йәшел ҡалҡанын һаҡлау мәсьәләләре күптән күтәрелә килһә лә бөгөн ағаслыҡтарҙың һирәгәйеү тенденцияһы дауам итә. Донъяла һәр секунд һайын 1 гектар ярым урман юҡҡа сыға. Был ағастарҙы ҡырҡыу менән генә бәйле түгел әлбиттә, янғындар, тәбиғәт ғәрәсәттәре, төрлө ҡоротҡостар һәм башҡа сәбәптәр ҙә бар.
Рәсәй өсөн урман – милли байлыҡтарҙың береһе, сөнки ер шарындағы ағаслыҡтарҙың 5-тән бер өлөшө беҙҙә үҫә. Ул сеймал булараҡ ҡына түгел, ә йәшәү сығанағы ла, биосфераның мөһим бер өлөшә лә булараҡ ҡиммәтле.
"Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуының 21-се март сығарырылышда урман хаҡында мәңгелек мөһим һөйләшеү. Уны һаҡлау, яҡлау, тергеҙеү хаҡында Башҡортостандың Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов менән һөйләштек.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».