Ул 1942 йылда Благовар районының Яныш ауылында тыуған. Ауылдан сығып китеп төҙөүсе һөнәрен ала. Башта Урал аръяғында, һуңынан Силәбелә, Троицкиҙа байтаҡ төҙөлөштәрҙә эшләп, тәжрибә туплағандан һуң, Башҡортостанға ҡайтып төрлө райондарҙа эшләй. Мастер, прораб, юғары етәксе вазифаларға тиклем етә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, күңелендә һәр саҡ шиғриәт, йыр-моң була Миҙхәт Мәжит улының. Беренсе шиғыры гәзиттә 1967 йылда баҫыла. Әммә ижадҡа ул ныҡлап хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотона. "Бүләк", "Һуң булһа ла, уң булһын", "Йырҙа юл йыраҡмы?" исемле шиғри йыйынтыҡтары баҫылып сыҡҡан. Шәхесте һуңғы юлға оҙатыу тантанаһы ҡасан булыры әлегә билдәһеҙ. Фото: “Башҡортостан” гәзите.