Найти тему
Башкортостан 24

Өфө уттары - 19.03.2024 Салауат Низаметдинов исемендәге йыр фестивале уҙасаҡ

   Өфө уттары - 19.03.2024 Салауат Низаметдинов исемендәге йыр фестивале уҙасаҡ
Өфө уттары - 19.03.2024 Салауат Низаметдинов исемендәге йыр фестивале уҙасаҡ

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

2024-се йыл Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү һәм хәстәрлек йылы, тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан данлыҡлы башҡорт композиторы Салауат Низаметдинов исемендәге һуҡырҙар һәм күҙҙәре насар күргәндәр араһында йыл һайын үткәрелеп килгән йыр фестивале айырыуса көнүҙәк.

Республика халыҡ ижады үҙәге "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә 23-сө мартта үтәсәк конкурс үҙенсәлектәре, уға әҙерлек барышы хаҡында, шулай уҡ бөйөк ижадсы Салауат Низаметдиновтың үҙен иҫкә алып беҙ "Өфө уттары" тапшырыуының 19-сы март сығарылышында "Атайсал" мәҙәни үҙәк инклюзив лабораторияһы бүлеге етәксеһе Марс Сәйетғәлин һәм йыр фестиваленең матбуғат секретары, республиканың һуҡырҙар йәмғиәте хеҙмәткәре Алина Сурағолова менән һөйләштек.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».