Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды бүлгән грантын файҙаланып, “Сәнғәт күпере” фонды менән тормошҡа ашырылған “Бәләкәй ҡалаларға ҙур музыка” проекты сиктәрендә Бәләбәй ҡалаһындағы 1-се Балалар сәнғәт мәктәбендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттарының концерты үтте. Сара "Мәҙәниәт" милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. Концерт программаһында классик музыка әҫәрҙәре яңғыраны. Башҡарыусылар тамашасыларҙы виртуоз уйыны, артислыҡ оҫталығы һәм профессионаллеге менән хайран ҡалдырҙы. Хор бүлеге уҡыусылары һәм балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары өсөн Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка факультеты деканы урынбаҫары, хорға дирижерлыҡ итеү кафедраһы профессоры Наталья Буткевич “Балалар хоры менән эшләү” оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. “Ошондай йылы ҡабул иткәнегеҙ һәм ихлас ҡунаҡсыллығығыҙ өсөн рәхмәт. Беҙ мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән аралашыуҙан ҙур ләззәт алдыҡ, быйыл көҙгөһөн үк яңы осрашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ”, – тип билдәләне З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка факультеты деканы урынбаҫары. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Бәләбәй районы хакимиәте.