“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” дәүләт программаһы буйынса Нефтекама ҡалаһының Кадрҙар үҙәгендә Төньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге комиссияһының эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ойоштороуға эшһеҙ граждандарҙың бизнес-пландарын ҡарау буйынса беренсе ултырышы үтте. 164 868 һум күләмендә берҙәм финанс ярҙамы алыуға һигеҙ дәғүәсенең конкурс материалдары ҡаралды һәм тикшерелде. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған ҡатын-ҡыҙҙар һуңғы ваҡытта йышыраҡ бьюти-өлкәлә һөнәр һайлай. Белемдәрен тормошҡа ашырыу һәм үҙ эше менән шөғөлләнеп табыш алыу өсөн буласаҡ эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр депиляция студияһын, косметология кабинетын, фигураны коррекциялау һәм спа студияһын, подлогия кабинетын асырға ниәтләй. Шулай уҡ балалар өсөн уйын бүлмәһе, ҡотлау открыткалары етештереү, китаптар эшләү, аяҡ кейеме ремонтлау буйынса оҫтахана асыу проекттары ҡа