Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларында туған телдә уҡытыу мәсьәләһенә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Уны Фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Айбулат Хажин алып барҙы. Һөйләшеүҙә БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәре, республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан туған тел уҡытыусылары ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар туған телдә белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе, мәҫәлән, балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе әсбаптар менән тәьмин итеү, уҡытыу методикаһын камиллаштырыу тураһында фекер алышты. Сарала төбәктәге полилингваль белем биреү учреждениеларының статусын нығытыу, "милли мәктәп" тигән төшөнсә индереү тураһында ла һүҙ алып барылды. БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева республика мәктәптәрендә туған телдә уҡытыуҙың торошо тураһында ентрекле һөйләп, статистик белешмәләр тәҡдим итте. Фото: gsrb.ru