Былтыр Башҡортостанда, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, тиҙ ҡоролоулы 98 модуль конструкцияһы ҡуйылды. Быйылғы планда – 107 фельдшер-акушер пункты, бер участка дауаханаһы, 19 амбулатория һәм дүрт дөйөм табиплыҡ офисы булдырыу. “Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проекты – күп яҡлы эш, ул ашығыс ярҙамды ла, медицина ойошмаларын ҡайтанан йыһазландырыуҙы ла үҙ эсенә ала”, – ти республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Былтырғы йыл аҙағына Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙайлылығы 73,2 йәш тәшкил итте. Фото: “Башинформ”.