Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан "Мәмбәт" позывнойлы яугир менән осрашҡан. Яугир махсус хәрби операцияға юлланғанға тиклем мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән, әле взвод командиры урынбаҫары. Осрашыу барышында яу барышында, гуманитар ярҙамда нимәләр мөһим һәм кәрәк булыуы һәм башҡа һорауҙар буйынса әңгәмә ҡоролған. Осрашыуҙа шулай уҡ район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова ла ҡатнашҡан. Рөстәм Динислам улы "Мәмбәт"кә район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырған һәм барлыҡ яугирҙәрҙең Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләгән. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.