Мәскәүҙә үткән "Рәсәй" халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә "Роснефть" павильонында Башҡортостан Республикаһы көндәрен асыу сараһы барышында Башҡортостан Хөкүмәте менән "Роснефть" компанияһы эске автомобиль туризмын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы. Уға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, «Роснефть» компанияһының ваҡлап һатыу бизнесы һәм эске баҙар үҫеше буйынса вице-президенты Сергей Степаненко ҡул ҡуйҙы. Меморандум эске автомобиль туризмын үҫтереүҙә, Башҡортостандың туристик потенциалын, юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттарын һәм «Роснефть» сауҙа селтәренә ингән «Башнефть» автозаправка станцияһы селтәрен үҫтереүҙә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Хеҙмәттәшлектең маҡсаты – туристарға юғары сифатлы хеҙмәт күрһәтеү, хеҙмәтләндереү һәм ҡунаҡсыллыҡ кимәлен арттырыу. Республикала 27 яғыулыҡ ҡойоу станцияһы федераль трасса һәм автомобиль юлдарында Башҡортостандың төп туристик объекттары йүнәлешендә урынлашҡан. «Роснефть» павильонында Башҡорт