Ул үҙе өсөн мөһим, иҫтәлекле көндә - юбилейын билдәләгәндә мәктәп уҡыусылары менән күрешеүҙең быуындар күсәгилешлеге өсөн ниндәй мөһим икәнен төшөнөргә айырыуса ярҙам итеүен билдәләне. Үҫмерҙәрҙең береһе республика Башлығының ҡайҙа хеҙмәт иткәне һәм хеҙмәттәштәре менән әле лә аралашамы икәне менән ҡыҙыҡһынды. Радий Хәбиров 1982-1984 йылдарҙа әрмелә булыуы, Байкал аръяғы хәрби округында мотоуҡсылар дивизияһында хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне. "Хеҙмәттәштәрем менән йыл һайын осрашып торорға һүҙ ҡуйышҡайныҡ, әммә тормош ҡатмарлыраҡ - ул беҙҙе бөтә Советтар Союзы буйлап таратты һәм бәйләнеш өҙөлдө. Ике хеҙмәттәшем менән тығыҙ аралашабыҙ", - тип яуап бирҙе ул. Шулай уҡ республиканан МХО-ла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ҡаралған ярҙам саралары тураһында ла һорау булды. Республика етәксеһе, ундай ярҙамдың иң мөһим мәсьәләләр рәтендә икәнен айырып билдәләне, ғаиләләргә ярҙам саралары тураһында аңлатып үтте. "Республикала 39 төрлө ярҙам сараһы ҡаралған. МХО яугирҙәренең балалары мә
Радий Хәбиров "Ирҙәрсә һөйләшеү" форумында йәштәр менән осрашты
20 марта 202420 мар 2024
2 мин